9 декабрь, Йома

31 ғинуар 2012 йыл, 16:28

2011 йылда республикала 11000 самаһы кеше бушлай ҡайтанан әҙерлек курстары үткән

автор: Галина Бахшиева

Республикалағы вакансиялар банкының 80 проценттан ашыуын 2011 йылда квалификациялы эшсе һөнәрҙәре тәшкил иткән. Шуға күрә БР Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығы ярҙамында ҡайтанан һөнәри әҙерлек үткән эшһеҙ граждандарҙың 73 проценттан ашыуы тап эшсе һөнәрҙәре буйынса белем алған.

Былтыр халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенең йүнәлтмәһе буйынса 10860 самаһы кеше һөнәри әҙерлек үткән. Шуларҙан 7265 кеше, йәғни 67 проценты эшкә урынлашҡан.

Аныҡлап әйткәндә, эшһеҙ граждандарҙың 22 проценттан ашыуы — һөнәри әҙерлек, 63 проценты ҡайтанан әҙерлек үткән, 15 проценты квалификацияһын күтәргән, тип хәбәр иттеләр Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығынан.

Эшһеҙҙәрҙе уҡытыу 2011 йылда республикалағы 190 белем биреү учреждениеһы базаһында үткәрелгән. Эшһеҙ граждандарға һөнәри әҙерлек, ҡайтанан әҙерлек һәм квалификацияһын күтәреү курстары 200 профессия һәм белгеслек буйынса алып барылған.

Шул уҡ ваҡытта эш эҙләгәндә ауырлыҡ кисергән кешеләргә айырым иғтибар бирелгән. Шулай итеп, һөнәри әҙерлек үтеүгә ебәрелгәндәрҙең 20 проценттан ашыуын тәүге тапҡыр эш эҙләгән граждандар тәшкил иткән.