Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

2011 йылда Башҡортостандың Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте ярҙамында 88000 кеше эш тапҡан

Иҡтисад

Башҡортостанда йәшәүсе 88 меңдән ашыу кеше 2011 йылда республиканың Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте ярҙамында эшкә урынлаша алған. 2010 йылда бындай ярҙам менән 99 меңдән ашыу кеше эш тапҡан ине.

Төбәктең Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән йылда республикала эшкә урынлашыу кимәле эш эҙләүселәрҙең дөйөм һанынан 67,8 процент тәшкил иткән. 2010 йылда был күрһәткес 66,7 процентҡа тиң ине.

2011 йылда республиканың Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте ярҙамында эшкә урынлашыусыларҙың 49 проценты – тәүгә эш эҙләүсе кешеләр, 33 проценты – бығаса ниндәйҙер һөнәр буйынса эшләүсе граждандар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть