4 декабрь, Йәкшәмбе

31 ғинуар 2012 йыл, 13:48

Ейәнсура районында экология ҡануниәте буйынса семинар үтте

автор: Галина Бахшиева

Республиканың «Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү системаһын камиллаштырыу» маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Ейәнсура районы биләмәһен таҙартыу буйынса генераль схема әҙерләү зарур. Бындай ҡарарға көн элгәре төбәктең Ейәнсура районында үткән экология ҡануниәте буйынса семинарҙа ҡатнашыусылар килде.

Эко-семинарҙы Ейәнсура районы хакимиәте ярҙамында республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитеты ойошторҙо. Унда ауыл хакимиәте башлыҡтары, шулай уҡ район предприятиелары һәм ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Семинарҙа күтәрелгән мәсьәләләрҙең күпселеге ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүгә бәйле булды, тип хәбәр иттеләр төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Шул уҡ ваҡытта Сибай территориаль комитеты хеҙмәткәрҙәре предприятие вәкилдәре иғтибарын тикшереүҙәр барышында инспекторҙар тарафынан асыҡланған тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте өлкәһендәге ҡағиҙә боҙоуҙарға йүнәлтте.