10 декабрь, Шәмбе

31 ғинуар 2012 йыл, 13:05

Өфөләге Әрмән йәкшәмбе мәктәбе Башҡортостан менән Әрмәнстандың үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүен үҫтереүгә булышлыҡ итә

автор: Людмила Терновая

Дөйөм әрмән программалары идаралығы начальнигы Атом Мхитарян һәм БДБ-ның Әрмән ойошмалары идаралығы етәксеһе Андраник Аршакян Өфөләге Әрмән йәкшәмбе мәктәбенә 10 йыл тулыуға арналған байрам сараларында ҡатнашты.

Атом Мхитарян билдәләүенсә, Өфөләге йәкшәмбе мәктәбе Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә урынлашҡан бындай мәктәптәрҙән күпкә айырыла.

— Ойошма ағзаларының финанс һәм әхлаҡи ярҙамы менән эшләп килгән башҡа мәктәптәрҙән айырмалы рәүештә, Өфөләге йәкшәмбе мәктәбенә дәүләт үҙе ярҙам күрһәтә, -  тип аныҡлыҡ индерҙе ул. – Мәктәп Башҡортостандың дәүләт мәғариф системаһы сиктәрендә эшләй һәм уға дәүләт статусы бирелде. Әлеге ваҡытта уҡыу йортонда 100 бала белем ала. Беҙ Өфөгә сувенирҙар ғына түгел, дәреслектәр, уҡытыу-методик пособиелар ҙа алып килдек.

Атом Мхитарян һүҙҙәренсә, Башҡортостандың баш ҡалаһына визит дуҫтарса мөнәсәбәттәр, артабан хеҙмәттәшлек итеү өсөн шарттар булдырырға мөмкинлек бирҙе.

Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда 9 мең әрмән йәшәй. Атом Мхитарян фекеренсә, ысынында был һан 15 меңгә барып баҫа.