Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Республикала 590 белгес кадастр инженеры аттестаты алған

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында  кадастр инженерҙарын аттестациялау буйынса быйылғы йылдағы беренсе квалификацион имтихан үтте. 11 дәғүәсенең етәүһе тесты уңышлы тапшырҙы, тип хәбәр иттеләр БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.  

2010 йылдан алып кадастр инженерҙарын аттестациялау буйынса 101 квалификацион имтихан үткәрелгән. 590 кеше яңы өлгөләге кадастр инженеры аттестаты алған.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, былтырҙан алып «Күсемһеҙ милектең дәүләт кадастры тураһында»ғы федераль законға ярашлы ғәмәлдәге квалификацион аттестаты булған кадастр инженерҙары ғына кадастр эшмәкәрлеге алып бара ала. Улар техник инвентаризация бюроһы эксперттарына һәм ер үлсәүселәргә алмашҡа килде. Тамамланмаған төҙөлөш объекттары, биналары, ҡоролмаларына бәйле кадастр эшмәкәрлеге алып барыу яңы белгестәрҙең төп бурыстары иҫәбенә инә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть