11 декабрь, Йәкшәмбе

31 ғинуар 2012 йыл, 11:52

Төбәктең элемтә һәм киң коммуникациялар министры «Башинформ» эшмәкәрлеген юғары баһалай

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының эшмәкәрлегенә юғары баһа бирә.

— Был республиканың төп интернет-ресурсы, — тип белдерҙе ул «Республика Башкортостан» гәзитенә биргән интервьюһында, үткән йылға өлкәнең эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап. – Көн һайын «Башинформ» сайтына 10-12 мең тапҡыр инәләр. Агентлыҡтың төп продукцияһы – яңылыҡтар таҫмаһы. Мәғлүмәтте республиканың барлыҡ киң мәғлүмәт саралары, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларының мәғлүмәт агентлыҡтары ала – йәмғеһе 200 партнер. Агентлыҡ менән башҡа киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлеге, әлбиттә, айырыла. Агентлыҡ өсөн – яңылыҡтың үҙе, башҡалар өсөн уның интерпретацияһы мөһим. Беҙҙең өсөн «Башинформ» эшмәкәрлеген замана талаптарына ярашлы көйләү мөһим ине, һәм агентлыҡ продукцияһы менән ҡулланыусылар һанының артыуына ҡарағанда, беҙ маҡсатыбыҙға ирештек.

Министр һүҙҙәренсә, бөгөн рәсәйлеләрҙең өстән бер өлөшө даими рәүештә интернет менән ҡуллана, улар яңылыҡтар менән интернет аша танышыуға өҫтөнлөк бирә.