Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

БР буйынса Эске эштәр министрлығының граждандарҙы ҡабул итеү графигы үҙгәрҙе

Йәмғиәт

Февралдә БР буйынса Эске эштәр министрлығының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә хөкөмгә тарттырылған булыу йәки тарттырылмау тураһында белешмә алыуға ғариза биргән граждандарҙы ҡабул итеү графигы үҙгәрә. Был турала ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Белешмәләрҙе эш көндәрендә 12-нән 14 сәғәткә тиклем, шулай уҡ йәкшәмбе көндө 10-дан 12-гә тиклем алырға мөмкин.

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 7, Коммунистик урамы яғынан инергә. Бәйләнеш өсөн телефон 279-41-51.

Белешмәләр ғариза бирелгән көндән алып бер айҙа бушлай бирелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть