11 декабрь, Йәкшәмбе

31 ғинуар 2012 йыл, 11:39

Бер көн эсендә Башҡортостанда 400-ҙән ашыу кеше бушлай юридик ярҙам алған

автор: Людмила Терновая

Көн элгәре 400-ҙән ашыу кеше Башҡортостанда бушлай юридик ярҙам алған. 30 ғинуарҙа Рәсәй Юристар ассоциацияһы бөтә ил буйынса традицион Бушлай юридик ярҙам көнө үткәрҙе.

РФ Дәүләт Думаһының Граждандар, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе, Рәсәй Юристар ассоциацияһы рәйесе Павел Крашенинников, Ассоциация Бушлай юридик ярҙам көнөн дүртенсе тапҡыр үткәрә, тип билдәләне.

— Бөгөн консультацияларҙың күп өлөшөн һайлаусы хоҡуҡтарына арнарға тура килә, — тине ул. — Быға ғәжәпләнергә түгел: яңы ғына Дума һайлауҙары үтте, әле тулы көсөнә президент һайлауҙарына әҙерлек бара. Граждандарыбыҙҙың хоҡуҡи белемлелеген арттырыу — Рәсәй Юристар ассоциацияһы эшендәге мөһим өҫтөнлөктәрҙең береһе. Был проектты беҙ һан яғынан да, сифат яғынан да артабан үҫтерергә ниәтләйбеҙ. Ҡабул итеүҙәрҙе арттырыу менән бергә Ассоциация граждандарҙы үҙенең интернет-порталы аша  видео ярҙамында консультациялау программаһын әҙерләне. Был халыҡҡа хоҡуҡи ярҙам алыуҙы еңелләштерәсәк.

30 ғинуарҙа бөтә ил буйынса 800-ҙән ашыу йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе эшләне.  Уларҙа ике меңгә яҡын квалификациялы юрист консультация бирҙе. Бынан алдағы ошондай уҡ сараларҙа Рәсәйҙә һәр төрлө мәсьәләләр буйынса 25 мең самаһы консультация үткәрелгән булған.

Башҡортостанда Бушлай юридик ярҙам көнө Ассоциацияның урындағы 14 бүлексәһендә ойошторолған, 200-ләгән квалификациялы адвокат, нотариус, корпоратив юрист, суд приставтары, юридик вуз уҡытыусылары, прокурорҙар, Росреестр һәм БР буйынса Ер-кадастр палатаһы хеҙмәткәрҙәре консультация хеҙмәттәре күрһәткән.

Яҡынса һөҙөмтәләргә ҡарағанда, бер көн эсендә Башҡортостанда 400-гә яҡын граждан юридик ярҙам алған. Ҡағиҙә булараҡ, ветерандарға, пенсионерҙарға, инвалидтарға, эшһеҙ ҡалғандарға, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә, бәлиғ булмағандарға, студенттарға, хәрби хеҙмәткәрҙәргә, сит ил граждандарына һәм гражданлығы булмаған шәхестәргә бушлай юридик ярҙам күрһәтелгән.