8 декабрь, Кесе йома

31 ғинуар 2012 йыл, 11:21

Башҡортостан Хөкүмәте «Йәшел аҙна-2012» күргәҙмәһенең махсус призы менән бүләкләнде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Ауыл хужалығы министрлығы «Йәшел аҙна-2012» күргәҙмәһендә тәҡдим ителгән продукцияның киң ассортименты һәм юғары сифаты өсөн» махсус призы менән наградланды, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостан Ҡортсолоҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге, «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Бәләбәй һөт заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Башҡорт дәүләт аграр университеты юғары һөнәри белем биреү федераль дәүләт мәғариф учреждениеһының ҡортсолоҡ кафедраһы күргәҙмәнең иҫтәлекле миҙалдарын алды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, халыҡ-ара аграр форум Берлинда 20-29 ғинуарҙа үтте. Башҡортостан Ҡортсолоҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге дәүләт учреждениеһы Берлинда 150 төр продукцияһын тәҡдим итте.

Республикала етештерелгән продукттарҙан ауыҙ итеү ойошторолдо.

Республика предприятиелары наградалар алыу менән генә сикләнмәне, үҙенең продукцияһын Европа баҙарына поставкалау буйынса килешеүҙәр ҙә төҙөнә. Башҡортостан Ҡортсолоҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге немец фирмаһы менән продукцияны Германияның рус магазиндарына (3 меңгә яҡын магазин) поставкалау буйынса һөйләшеүҙәр үткәрҙе.

«Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте күргәҙмәлә 35 төр продукцияһын тәҡдим итте. Германияла предприятие Dalstor UG, Leon GmbH, Galeria Kaufhof, Real GmbH һәм Metro Group компаниялары менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе. Һөҙөмтәлә продукцияны Real сауҙа селтәренә индереү тураһында килешеүгә өлгәшелде. «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән Leon GmbH дистрибьюторы араһында ниәттәр тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Бынан тыш, республиканың ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко етәкселегендәге Башҡортостандың рәсми делегацияһы Германияның алдынғы предприятиеларында булды.