Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Киҫкен вируслы инфекция менән ауырыусылар артҡан

Йәмғиәт

Ғинуарҙың һуңғы аҙнаһында Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы бегестәре киҫкен респиратор вируслы инфекциялар менән ауырыусыларҙың артыуын билдәләй. Шулай итеп, 23-өнән 29 ғинуарға тиклем Башҡортостанда 15823 кеше сирләгән, шуларҙың 68,8% — 14 йәшкә тиклемге балалар. Грипп осраҡтары теркәлмәгән.

Алдағы аҙна менән сағыштырғанда инфекция йоҡторғандар иҫәбе 16,8 процентҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта бөтә республика халҡының грипп һәм киҫкен вируслы инфекциялар менән ауырыу кимәле һуңғы йылдар буйынса уртаса алғанда 10,2 процентҡа түбән булып ҡала.  

Күҙәтеү ведомствоһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфөлә үткән аҙнала 3995 кеше респиратор вируслы инфекция менән дауаханаларға мөрәжәғәт иткән, уларҙың 63,8 процентын 14 йәшкә тиклемге балалар тәшкил итә. Унан алдағы аҙна менән сағыштырғанда өфөлөләр араһында ауырыусылар иҫәбе 9,7 процентҡа артҡан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть