Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

«Ҙур химия-2012» форумында 300 компания етәксеһе ҡатнашасаҡ

Иҡтисад

Икенсе «Ҙур химия» халыҡ-ара форумында Рәсәй һәм сит ил компанияларының 300 етәксеһе ҡатнашырға ниәтләй. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, форум Өфөлә 17- 19 майҙа үтәсәк. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, БР Иҡтисади үҫеш министрлығы, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Фәндәр академияһы уның ойоштороусылары булып сығыш яһай.

Кисә Форумдың ойоштороу комитетының Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Марат Мөлөков рәйеслегендәге икенсе ултырышы үтте. Ойоштороу комитеты ағзалары сара программаһының эстәлеген тикшерҙе, уның эшлекле һәм фәнни өлөштәрен ҡараны.

БР Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, форумда Волга буйы федераль округындағы нфть химияһы кластерын артабан үҫтереү мәсьәләләрен, дөйөм алғанда Рәсәйҙәге нефть химияһы тармағының перспективаларын, шул иҫәптән Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәндән һуң барлыҡҡа киләсәк мөмкинлектәрҙе тикшереү планлаштырыла. Нефть химияһы сәнәғәтендә яңы технологиялар трансферы темаһын өйрәнеүгә лә айырым иғтибар биреләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть