8 декабрь, Кесе йома

31 ғинуар 2012 йыл, 10:46

4 мартта Мәләүездә ҡала Советы депутаттары һайланасаҡ

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Мәләүез районында 4 мартта Рәсәй Президенты һайлауҙары Мәләүез ҡалаһы ҡала биләмәһе Советы һәм Арыҫлан ауыл советы һайлауҙары менән тап килә. Ҡала Советындағы 20 урынға 44 кандидат дәғүә итә: 20-һе – «Берҙәм Рәсәй» партияһынан, дүртәүһе – Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһынан, ҡалған 20-һе – үҙҙәрен үҙҙәре күрһәтеүселәр, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына райондың территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Виталий Иванов.

Районда йәмғеһе 63 һайлау участкаһы ойошторолған, уларға 4 мартта 64,9 мең һайлаусының килеүе көтөлә. Иштуған һәм Һарыш ауылдарында һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары эшләйәсәк.  

— Теркәүҙән төшөрөү таныҡлыҡтарын биреү дауам итә, — тине Виталий Иванов. – Ялыуҙар юҡ. Һайлауға әҙерлек эштәре планға ярашлы алып барыла.

темалар: һайлау