9 декабрь, Йома

31 ғинуар 2012 йыл, 9:29

Дәүләт Думаһы депутаттары Өфөлә граждандарҙы ҡабул итә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан республикаһынан һайланған Дәүләт Думаһы депутаттарының Төбәк аҙналығы башланды. Уның дауамында депутаттар Владимир Путиндың Өфөләге Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы ҡабул итәсәк. Был турала «Башинформ» агентлығына Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фахретдинов хәбәр итте. Әйткәндәй, ул беренсе булып Төбәк аҙналығы сиктәрендә халыҡты ҡабул итте.

— Республика халҡы биргән һорауҙарҙың күбеһе бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Афғанстанда, башҡа урындарҙағы локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусылар осраған ҡатмарлыҡтарға ҡағыла, — тине Иршат Фахретдинов. – Был башлыса һәр төрлө льготалар алыуға, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға бәйле проблемалар.  

Иршат Фахретдиновтың билдәләүенсә, мөрәжәғәттәрҙең күбеһе заявка характерында. Һәм улар депутаттарҙың тейешле дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарына мөрәжәғәтенән һуң тиҙ арала хәл ителә.

темалар: дәүләт думаһы