3 декабрь, Шәмбе

31 ғинуар 2012 йыл, 10:32

Константин Толкачев: «Ғаилә йәмғиәтебеҙ нигеҙе булды һәм булып ҡала»

автор: Людмила Терновая

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикала 2012 йылды Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

— Ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа һәм балалыҡҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеү Башҡортостанда социаль сәйәсәттең төп өҫтөнлөктәренең береһе булды һәм булып ҡала, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәктең Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Был өлкәгә ҡағылған мәсьәләләр буйынса ҙур ғына закондар сығарыу базаһы булдырылған. Төбәктәр араһында тәүгеләрҙән булып республикала «Башҡортостан Республикаһында ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты һаҡлау тураһында»ғы закон ҡабул ителде. Шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында», «Башҡортостан Республикаһында йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында», «Тәрбиәгә алған ата-әсәләрҙең хеҙмәтенә түләү һәм тәрбиәгә алған ғаиләгә күрһәтелгән социаль ярҙам саралары тураһында», «Башҡортостан Республикаһында патронат тәрбиә тураһында», «Башҡортостан Республикаһында балаға айлыҡ пособие тураһында» закондар, башҡа норматив хоҡуҡи акктар ғәмәлдә.

Республика парламенты спикеры фекеренсә, башҡа төбәктәр менән сағыштырмаса яҡшыраҡ демографик хәл бындай сәйәсәттең һөҙөмтәһе булып тора. 2000 йылдан башлап тыуым арта, республикала уртаса ғүмер оҙонлоғо 2010 йылда 69,7 йәшкә тиклем артты.

— Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан ҡала республикабыҙ тыуым буйынса өсөнсө урында тора, — тип билдәләне Константин Толкачев. – Был уңыштарҙы үҫтереү зарур. Ғаилә йәмғиәтебеҙ нигеҙе булды һәм булып ҡала, шуға күрә республика етәкселеге был өлкәгә айырыуса иғтибар бүлә. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ғаилә именлеген хәстәрләүҙең, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлауҙың дәүләт сәйәсәтенең төп йүнәлештәре булыуы хаҡында бер генә тапҡыр әйтмәне. Республика парламенты эшмәкәрлегендә был һис шикһеҙ өҫтөнлөк булып тора. Һәр ата-әсә үҙенең балаһына бәхетле бала саҡ бүләк иткеһе килә һәм дәүләт был йәһәттән граждандарына ярҙам итергә бурыслы.