Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

2015 йылға республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында яңы таҙартыу ҡоролмалары булдырыласаҡ

Иҡтисад

«2011-2015 йылдарға Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса урта сроклы комплекслы программа»ны тормошҡа ашырыу сиктәрендә төбәктең Бөрйән районында биологик таҙартыу ҡоролмаларын төҙөү ҡарала.

Бынан тыш, Учалы һәм Әбйәлил райондарында ошондай уҡ таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялау, шулай уҡ тау сеймалын табыу өлкәһендәге предприятиеларҙың таҙартыу ҡоролмаларын төҙөү һәм реконструкциялау планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында һыу ресурстары етерлек кимәлдә түгел, шулай уҡ һыу сифаты ла борсолорға мәжбүр итә. Ошоно күҙ уңында тотоп, төбәктә таҙартыу ҡоролмаларын төҙөргә һәм булғандарын реконструкцияларға ҡарар ҡабул ителде лә инде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть