Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды Башҡортостандың 2012 йылға заявкаһын тикшерә

Иҡтисад

«Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды» дәүләт корпорацияһы Башҡортостандың 2012 йылға финанс ярҙамы алыуға заявкаһын ҡабул итте. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, төбәктәр Фонд средстволарын күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт үткәреү һәм граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан яңыһына күсереү өсөн йәлеп итә. Башҡортостан бындай заявканы Рәсәй субъекттары араһында беренсе булып тултырған.

2008 йылдан алып Фонд средстволарынан республикаға был маҡсатҡа йәмғеһе 9,75 млрд һум бүленгән, тип хәбәр иттеләр Дәүләт корпорацияһында. Ҡушып финанслау тәртибендә төбәк 3,67 млрд һум өҫтәгән, ошоноң арҡаһында 1056 күп фатирлы йортта капиталь ремонт үткәрелгән, авария хәлендәге 546 йортта йәшәгән Башҡортостандың 14640 кешеһе яңы фатир алған.  

Быйыл республика 903,64 млн һум күләмендәге федераль средстволарҙы йәлеп итергә планлаштыра. Уларҙы туғыҙ муниципаль берәмектәге торлаҡ фондына капиталь ремонт үткәреүгә һәм алты муниципаль райондағы авария хәлендәге торлаҡ йорттарҙа йәшәгән граждандарҙы икенсеһенә күсереүгә йүнәлтеү күҙаллана.  

Башҡортостандың заявкаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды идараһы менән бер ай эсендә ҡараласаҡ.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть