8 декабрь, Кесе йома

30 ғинуар 2012 йыл, 16:42

Өфөлә «Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы-2012» конкурсы дауам итә

автор: Эльмира Сабирова

Йыл һайын үткәрелеүсе «Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы-2012» конкурсы сиктәрендә 31 ғинуарҙа һәм 1 февралдә бәйгелә ҡатнашыусылар таныш булмаған кластарҙа асыҡ дәрестәр күрһәтәсәк, аҙаҡ уларҙы анализлаясаҡ.

Быйылғы бәйгелә 51 педагог ҡатнаша. Конкурста ҡатнашыусылар араһында башланғыс кластар, туған телдәр, физкультура уҡытыусылары бар.

Педагогтар үҙҙәренең инновацион проекттарын тәҡдим итте инде, алда уларҙы яңы һынауҙар көтә. Асыҡ дәрестәрҙән тыш, улар класс сәғәттәрен, оҫталыҡ кластарын үткәрергә, лекция менән сығыш яһарға тейеш. Финалға сығыусылар фекер алышыуҙа ҡатнашасаҡ.

Конкурсҡа йомғаҡ 17 февралдә яһаласаҡ.