Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөнөң вакансиялар банкы тулыланыуын дауам итә

Иҡтисад

Бер аҙна эсендә Өфөнөң вакансиялар банкы яҡынса 1300 берәмеккә тулыланды. Бөгөн унда 11 меңгә яҡын буш эш урыны иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта ғинуар башында баш ҡаланың вакансиялар банкында йәмғеһе 8100 берәмек булған, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән.

Бер вокантлы урынға Өфөлә бер кешенән дә әҙерәк тура килә. Көсөргәнешлек коэффициенты ҡалала әлеге ваҡытта 0,84 тәшкил итә.

Өфөнөң халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә 8600-ҙән ашыу кеше иҫәптә тора, уларҙың 8 меңе эшһеҙлек буйынса пособие ала. Эшһеҙлек кимәле баш ҡалала әлегә 1,56 процентҡа тиң.

Баш ҡаланың Хеҙмәт биржаһында бөгөнгө көндә йәмғеһе 9250-нән ашыу кеше иҫәптә тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть