4 декабрь, Йәкшәмбе

30 ғинуар 2012 йыл, 15:42

Матрона Московская янына меңләгән кеше килгән

автор: Людмила Терновая

27 ғинуарҙа Ғайса пәйғәмбәр әсәһе ғибәҙәтханаһына Матрона Московскаяның изге мәйетен алып килделәр. Өфөгә тәүгә килтерелгән был изге ҡатындың мәйете сиркәүҙә 8 февралгә тиклем буласаҡ. Артабан уны Инорс биҫтәһенә оҙатасаҡтар. 10 февралдә Матрона Московская мәйетен Башҡортостандың башҡа ҡалалары – Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Бәләбәй һәм Белоретҡа алып барасаҡтар.

Йоманан алып сиркәүҙә меңләгән кеше булды, тип һөйләне сиркәүҙең өлкән священнигы, протоиерей Евгений Коробков.

Матрона Московская Рәсәйҙә халыҡ тарафынан хөрмәт ителгән изге кешеләрҙең береһе. Ул дауалау һәләте менән билдәле. Матронаға ауыр хәлдә ҡалғандар, сирлеләр ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Миңә ярҙам һорап килеүсе һәр кемгә лә ярҙам итермен, тигән ҡасандыр Матрона.

темалар: дин