10 декабрь, Шәмбе

30 ғинуар 2012 йыл, 15:35

Башҡортостанға Донъя уйындары президенты Рон Фройлих килергә тейеш

автор: "Башинформ"

БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһы делегацияһы Колумбияға барып ҡайтты. 2012 йылдың 24 ғинуарынан 27-һенә тиклем делегация 2013 йылғы Донъя уйындарын әҙерләү һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетының Сантьяго де Кали ҡалаһында үткән (Колумбия) ултырышында ҡатнашты.

Был ярыштарҙа донъяның иң көслө спортсылары, ушу, каратэ, джиу джитсу, дельтапланеризм, акробатик гимнастика, спорт бейеүҙәре, софтбол, регби, сквош, боулинг, уҡтан атыу, пауэрлифтинг, бильярд, ҡаяға менеү, дуатлон, спорт ориентирлауы кеүек олимпия уйындары программаһына инмәгән спорт төрҙәре буйынса донъя чемпиондары ҡатнаша.

2013 йылғы Донъя уйындарын үткәреү хоҡуғын Колумбия яуланы (2017 йылда – Польша). Ойоштороу комитеты ултырышында уйындарҙы ойоштороу, командаларҙың ҡатнашыуына бәйле ҡағиҙәләр, уйындар календары буйынса бихисап мәсьәләләр ҡаралды. Ошонда уҡ 2021 йылдағы Донъя уйындарын үткәреүгә дәғүә иткән Башҡортостан Республикаһының презентацияһы үткәрелде.

Донъя уйындары президенты Рон Фройлих менән һөйләшеүҙәр алып барылды. Халыҡ-ара спорт форумын Башҡортостанда үткәреү мөмкинлеген тикшереү өсөн ул июндә Өфөгә килергә теләк белдерҙе, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.