
Сатлама һыуыҡтар булмаясаҡ
Башҡортостанда ғәҙәттән тыш һауа торошо тураһында иҫкәртеү булмаясаҡ. Был турала «Башинформ» агентлығына Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, республика буйынса алдағы көндәрҙә көндөҙгө уртаса температура – минус 20-22 градус, төнөн минус 25-30 градус буласаҡ.
Аҙна аҙағына бер аҙ һалҡынайтыуы ихтимал. Әммә аномаль һыуыҡтар көтөлмәй. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, ғәҙәттән тыш һауа торошо тураһында иҫкәртеү һауа температураһы минус 40 градус һәм унан һалҡыныраҡ булғанда иғлан ителә. Шул уҡ ваҡытта, Рәсәй Гидрометеоүҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, ҡеүәтле Себер антициклоны үҙ көсөн юғалтмай һәм Уралдың ҙөр өлөшөндә әле сатлама һыуыҡтар хакимлыҡ итә.







