4 декабрь, Йәкшәмбе

30 ғинуар 2012 йыл, 12:52

2011 йылда республикала 2 млн квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелгән

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Былтыр Башҡортостанда 23,5 мең фатир файҙаланыуға тапшырылған. Уларҙың дөйөм майҙаны 2109,3 мең квадрат метрҙы тәшкил иткән, 2010 йылдағына ҡарағанда был 5,1 процентҡа күберәк. Был сама торлаҡ бөтә төр финанслау сығанаҡтары иҫәбенә төҙөлгән.

Шәхси йорт һалыусылар менән дөйөм майҙаны 1,5 млн квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, дөйөм күләмдең был 73,3 процентын тәшкил итә. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында Мәскәү өлкәһе һәм Краснодар крайынан ҡала тотороҡло өсөнсө урында тора. Ә сафҡа индерелгән торлаҡ күләме буйынса республика Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында — икенсе, бер мең кешегә иҫәптә сафҡа индерелгән торлаҡ йорттар буйынса иһә өсөнсө урында килә. Был турала БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.  

Муниципаль берәмектәр араһында иң күп торлаҡ Өфө (150 мең кв. м), Туймазы (65 мең кв. м) һәм Мәләүез райондарында (47 мең кв. м) сафҡа индерелгән. Ҡала округтары буйынса Өфө алдынғылыҡты бирмәй –  баш ҡалабыҙға 702 мең кв. м тура килә. Артабан Нефтекама (81 мең) һәм Стәрлетамаҡ (70,5 мең) ҡалалары килә.    

Быйыл республикала 2310 мең кв. м торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.