7 декабрь, Шаршамбы

30 ғинуар 2012 йыл, 12:15

Башҡортостандағы һайлау участкаларында веб-камералар ҡуйыу 15 февралгә тиклем тамамланасаҡ

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостандың һайлау участкаларында президент һайлауҙарын видеотрансляциялау өсөн программа-аппарат комплекстары 15 февралгә тиклем ҡуйылып бөтәсәк, ә 25 февралдән бөтә система эшкә әҙер булырға тейеш. Был турала «Башинформ» агентлығына бөгөн БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов хәбәр итте.

— Әлеге ваҡытта республикаға 3000 веб-камера ҡайтарылды. Был кәрәк булғандың яртыһынан әҙерәк: Башҡортостанда ошондай икешәр камера ҡуйылырға тейешле 3500-ҙән ашыу һайлау участкаһы бар, — тип билдәләне Борис Мелкоедов. — Ҡалған комплекттар яҡын арала килтерелергә тейеш. Был осорҙа республиканың иң төпкөл райондарын элемтә менән тәьмин итеү бурысы тора.

Камералар һайлау ваҡытындағы, шулай уҡ тауыштарҙы иҫәпләү барышындағы хәлдәрҙе реаль ваҡыт режимында күрһәтәсәк.  

Министрҙың әйтеүенсә, ҡорамалдарҙы ҡуйыу менән «Ростелеком»дың техник белгестәре шөғөлләнә (Башҡортостанда был компанияның вәкиле -  урындағы «Башинформсвязь» йәмғиәте). Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының роле башлыса идара итеүгә генә ҡайтып ҡала: министрлыҡ власть органдарының һәм муниципалитеттарҙың һайлауҙарҙы үткәреү һәм яҡтыртыуҙағы эшмәкәрлеген көйләй.

темалар: һайлау