10 декабрь, Шәмбе

30 ғинуар 2012 йыл, 11:09

Рөстәм Хәмитов Сибайҙың социаль һәм сәнәғәт объекттарында булды

автор: "Башинформ"

28 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Сибай ҡалаһында булды, унда ул ҡаланың социаль һәм сәнәғәт объекттарын ҡараны.

Рөстәм Хәмитов ҡала янындағы Арҡайым ҡасабаһының мәғариф комплексында булды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәтенән. 2011 йылда төҙөлөп бөткән был учреждение башланғыс кластар мәктәбен һәм балалар баҡсаһын берләштерә. Комплекс 150 балаға иҫәпләнгән, әлеге ваҡытта унда 75 мәктәпкәсә йәштәге бала тәрбиәләнә. Мәктәпкә килгәндә иһә, ул киләһе уҡыу йылынан тулы ҡеүәтендә эшләй башлаясаҡ. Рөстәм Хәмитов уйын һәм уҡыу бүлмәләрен, медицина кабинеттарын, ашхананы, спорт залын ҡараны.

Республика башлығы «Ирәндек» боҙ һарайында үткән мәктәп уҡыусылары араһында хоккей буйынса зона спартакиадаһының финал уйынында булды. Боҙҙа Сибай һәм Учалы вәкилдәре осрашты. Рөстәм Хәмитов йәш хоккейсыларға яңы еңеүҙәр теләне, шулай уҡ спорт залын ҡараны һәм тренерҙар менән аралашты.

Бынан һуң Башҡортостан Президенты төҙөлөш майҙансығында булды, унда 220 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы төҙөлә. Объект хаҡы – 121 миллион һум, бинаны декабрҙә файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Сибайҙың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына 1500 кеше сиратта тора. Ике яңы балалар баҡсаһын төҙөү был мәсьәләне хәл итеүҙә ярайһы уҡ ярҙам итәсәк.

Островский урамындағы 24 фатирлы йортта Рөстәм Хәмитов төҙөлөш эштәренең сифаты түбән булыуына иғтибарын йүнәлтте, был йорт иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһы буйынса төҙөлгән. Объект 2011 йылдың декабрендә файҙаланыуға тапшырылған. Республика Президенты торлаҡтың бер квадрат метрының хаҡы менән ҡыҙыҡһынды, асыҡланыуынса, ул 24 мең һум тәшкил итә.

Индустриаль шоссе урамында төҙөлөп ятҡан йорт урынында Рөстәм Хәмитов Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы хеҙмәткәрҙәре өсөн төҙөлгән торлаҡ менән ҡыҙыҡһынды. Һуңғы алты йыл эсендә был – предприятие хеҙмәткәрҙәре өсөн төҙөлгән дүртенсе йорт. Башҡортостан Президенты, Сибайҙа бындай темп менән социаль торлаҡ төҙөү республика өсөн ҡулай түгел, тип билдәләне.

— Йыл һайын икешәр-өсөшәр йорт төҙөлөргә тейеш, — тине ул. – Былтыр Сибайҙа 17 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, ә ысынында иһә кәм тигәндә 35-40 мең квадрат метр төҙөү зарур.

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы етәкселеге менән аралашыу барышында производство мәсьәләләре лә ҡуҙғатылды. Былтыр комбинат 1,230 миллион тонна руда эшкәрткән, быйыл иһә 1,570 миллион тонна эшкәртеү планлаштырыла. 2013 йылда эшкәртеү күләменә предприятие йәнә 200 мең тонна өҫтәй ала.

— Беҙ комбинат тулы ҡеүәтендә эшләйәсәк, йәғни 2,2 миллион тонна руда күләменә сығасаҡ, тип һөйләшкәйнек, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Республика Президенты предприятиеның сеймал базаһын интенсивыраҡ әҙерләүҙе талап итте.

— Сибай фабрикаһы йылдамыраҡ эшләргә, ә хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы лайыҡлы булырға тейеш, — тигән бурыс ҡуйҙы Рөстәм Хәмитов.

Билдәләп үтәйек, бөгөнгө көндә предприятие хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 24 мең һум тәшкил итә.

Рөстәм Хәмитов Урал аръяғы йылылыҡ-электр үҙәгендә лә булды. Предприятие 31 МВт электр энергияһы етештерә, йылылыҡ ҡеүәте 60 Ккал тәшкил итә. 2011 йылда бында яңы газ турбинаһы ҡоролмаһы ҡулланылышҡа индерелгән. Республика Президенты, Сибайҙы артабан үҫтереүҙе һәм бында предприятиелар төҙөүҙе күҙ уңында тотоп, электр энергияһы етештереү буйынса ҡеүәтте арттырырға тигән бурыс ҡуйҙы.