5 декабрь, Дүшәмбе

30 ғинуар 2012 йыл, 10:49

Стәрлетамаҡта полицияның стационар постары булдырылды

автор: Любовь Колоколова

Халыҡ күп йөрөгән урындарҙа Стәрлетамаҡта полицияның стационар постары ҡуйылды. Былтыр йыл аҙағында ошондай алты пост булдырылһа, тағы шул сама пост ошо көндәрҙә эшләй башлаясаҡ.  

Стационар пост полиция хеҙмәткәрҙәренә, бүлексәгә барып тормайынса, тәртип боҙолған урындан алыҫ түгел ерҙә протоколдар төҙөргә, шулай уҡ үҙен агрессив тотҡан хоҡуҡ боҙоусыларҙы ваҡытлыса бикләргә мөмкинлек бирә.  

Стәрлетамаҡ хакимиәтенең киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнештәр буйынса бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, стационар постар телефон һәм радиоэлемтә менән  йыһазландырыласаҡ. Ошоноң арҡаһында ҙурлығы буйынса республиканың икенсе ҡалаһы булған Стәрлетамаҡ урамдарында йәмәғәт хәүефһеҙлегенең кимәле күтәреләсәк.