4 декабрь, Йәкшәмбе

30 ғинуар 2012 йыл, 10:15

Рөстәм Хәмитов Приют ҡасабаһындағы торлаҡ йортта газ шартлау һөҙөмтәһендә зыян күргән кешеләр менән осрашты

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

29 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында булды. Республика башлығы газ шартлау һөҙөмтәһендә емерелгән йортто ҡараны, ҡазаға тарығандар менән осрашты, һәләк булғандарҙың ғаиләләренең ҡайғыһын уртаҡлашты.

— Республика зыян күреүселәргә һәм һәләк булғандарҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Яҡын арала матди ярҙам күрһәтеү һәм янған мөлкәткә компенсация түләү тураһында Хөкүмәт ҡарары әҙерләнәсәк. Кисектергеһеҙ ихтыяждарға иртәгәнән башлап (тәүге арала – 15-әр мең) аҡса бирелә башлаясаҡ. Йорт яңынан һалынасаҡ. Иртәгә үк майҙанды билдәләп, сифатлы һәм етеҙ темп менән төҙөлөштө башларға кәрәк. Урманда торлаҡ йорттарҙы ике айҙа күтәреүгә өлгәштек. Һыуыҡ булыуын иҫәпкә алып, йорттарҙы минималь технологик срокта – 100 көндә тамамларға тырышасаҡбыҙ. Йәғни майҙа кешеләрҙе яңы фатирҙарға күсерергә кәрәк буласаҡ.  

Башҡортостан Президенты зыян күреүселәр ваҡытлыса йәшәргә урынлаштырылған «Нефтсе» дөйөм ятағының бүлмәләрен ҡараны. Рөстәм Хәмитов бындағы шарттарға ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе һәм кешеләрҙе ошо уҡ дөйөм ятаҡтағы ҡунаҡхана номерҙарына урынлаштырыуҙы талап итте. Артабан Президент зыян күреүселәр өсөн көнөнә өс тапҡыр туҡланыу ойошторолған ашхананы ҡараны. Штабҡа барғас, Рөстәм Хәмитов бында юҡҡа сыҡҡан документтарҙы тергеҙеүҙе ойошторорға, шулай уҡ тейешле хеҙмәттәрҙең даими эшләүен тәьмин итергә ҡушты.