9 декабрь, Йома

27 ғинуар 2012 йыл, 16:42

Ял көндәренән һуң төбәктә һыуытасаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Алдағы ял көндәре Башҡортостанда аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, республикала көндөҙ 12-15 градус һыуыҡ булыуы көтөлә. Төндә термометр бағанаһы минус 20 градус күрһәтәсәк. Әммә ҡайһы бер райондарҙа һауа температураһының минус 30 градусҡа тиклем түбәнәйеүе ихтимал.

Синоптиктар фаразлауынса, киләһе аҙнала Башҡортостанда көндәр тағы ла һыуытасаҡ. Ғинуарҙың һуңғы көндәрендә төбәктә төндә — 30 градус, көндөҙ 22 градус һыуыҡ булыуы көтөлә.