Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Стәрлетамаҡта көрәш буйынса семинар үткәрәсәк

Сәйәсәт

10 һәм 11 февралдә Стәрлетамаҡ физик культура институтында «Сәләмәт тормош өсөн көрәш!» акцияһы сиктәрендә милли көрәш буйынса республика семинар-кәңәшмәһе үтәсәк. Уның ойоштороусыһы булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты сығыш яһай.

Осрашыуға Башҡортостан муниципалитеттарының спорт комитеты рәйестәре, спорт мәктәптәре вәкилдәре, көрәш буйынса тренерҙар саҡырыла.

Семинар-кәңәшмә программаһында оҫталыҡ кластары, түңәрәк өҫтәлдәр, милли көрәш буйынса күрһәтмә сығыштар һәм матбуғат конференцияһы ҡаралған. Конференцияла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, төбәктең Уҡыусыларға физик тәрбиә биреү һәм олимпия резервын әҙерләү идаралығы, Стәрлетамаҡ физик культура институты етәкселәре ҡатнашасаҡ.

Семинарҙа ҡатнашыу өсөн заявкалар 2012 йылдың 7 февраленә тиклем (347) 276-20-41 телефоны буйынса йәки 2762041@mail.ru электрон почтаһы аша ҡабул ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть