11 декабрь, Йәкшәмбе

27 ғинуар 2012 йыл, 15:00

2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда сәнәғәт производствоһы индексы 109,4% тәшкил итте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда 2011 йылда сәнәғәт производствоһы үҫеше, үткән йыл менән сағыштырмаса, 9,4 процент тәшкил итте. Башҡортостанстат «файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу», «эшкәртеү производстволары», «электр энергияһы, газ һәм һыу етештереү һәм уларҙы бүлеү» буйынса сәнәғәт производствоһы индексын иҫәпләне.

Рәсәй Федерацияһы буйынса сәнәғәт производствоһы индексы – 104,7 процент, Волга буйы федераль округы төбәктәре буйынса 100,5 проценттан алып (Мордовия Республикаһы) 117,4 процентҡа тиклем (Пенза өлкәһе) тәшкил итте.