Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Март һайлауҙарында Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта тауыш биреү өсөн үтә күренмәле урналар ҡулланыласаҡ

Йәмғиәт

РФ Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары буйынса илдең һайлау участкаларында тауыш биреү өсөн үтә күренмәле урналар ҡулланыласаҡ. Улар үтә күренмәле еңел материалдан эшләнәсәк. Бығаса эшләнгән ярым үтә күренмәле йәшниктәр һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары менән файҙаланыласаҡ.

РФ Президентын һайлау алдынан ҡайһы бер участкаларҙа йәшниктәр алмаштырыласаҡ. РФ Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарына ярашлы, Башҡортостанда улар 530 участкала урынлаштырыласаҡ. «Башинформ» агентлығына республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова хәбәр итеүенсә, 4 мартта үтәсәк һайлауҙарҙа тауыш биреү өсөн үтә күренмәле урналар төбәктең ике иң ҙур ҡалаһы — Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта урынлаштырыласаҡ.

Теги: һайлауҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть