Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

2011 йылда Башҡортостандың Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә 367 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән

Иҡтисад

Үткән йылда дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеүҙе һорап, республиканың Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә 367 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Мөрәжәғәттәрҙең 128 меңдән ашыуы эш эҙләү мәсьәләһенә бәйле. 2010 йылда иһә үҙәккә 348 мең кеше мөрәжәғәт иткән.

Башҡортостан Республикаһы Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте органдарына эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе менән мөрәжәғәт итеүселәрҙең яртыһынан күберәге – ҡатындар. Уларҙың 34,5 проценты ниндәй ҙә булһа һөнәргә эйә. Ҡатындарҙың 37 проценты бығаса бер ҡайҙа ла эшләмәгән һәм уҡымаған, йәки оҙаҡ ваҡыт эшләмәгән.  

Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте менән иҫәпкә ҡуйылғандарҙың 10 проценты – предприятие бөтөрөлөү йәки ойошма хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡартыу сәбәпле эштән ҡыуылған кешеләр.

Бынан тыш, эш эҙләүселәрҙең 75 процентынан ашыуы бығаса бер ҙә эшләмәгән. Уларҙың дүрттән бер өлөшө — уҡыуҙан һуң эшләргә теләүсе уҡыусылар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть