Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Ҡағыҙға – икенсе ғүмер!» экоакцияһының сираттағы этабы старт алды

Йәмғиәт

Бөгөн Өфөнөң Дим районында йыл һайын үткәрелеүсе  «Ҡағыҙға – икенсе ғүмер!» экологик акцияһы старт алды. Уны ойоштороусы булып, ғәҙәттәгесә, «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы сығыш яһай.

— Яңы йылға тиклем бындай акцияны Өфөнөң Октябрь һәм Ленин райондарында үткәрҙек, унда мәктәп уҡыусылары 35 тоннанан ашыу макулатура йыйҙы. Бөгөн макулатура йыйыу буйынса эстафетаны Дим районының ете дөйөм белем биреү учреждениеһы ҡабул итте. Акция бында киләһе аҙна дауамында барасаҡ, макулатура артынан предприятиебыҙҙың махсус автомобиле – экомобиль киләсәк, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының инженер-экологы Альбина Шәмсетдинова.

«Ҡағыҙға – икенсе ғүмер!» акцияһының киләһе этабы 6 февралдә баш ҡаланың Орджоникидзе районында башланасаҡ. Унда райондың 30-лаған мәктәбе ҡатнашасаҡ.

Бынан һуң шундай уҡ сара Өфөнөң Киров, Совет һәм Калинин райондарында үтәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән яҙҙа мәктәп уҡыусылары әлеге акция сиктәрендә 100 тонна макулатура йыйҙы, шулай итеп, 500 ағасты һаҡлап ҡалды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть