Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 63.01 ↓

26 май, Йома

Уфа   °

Төбәктең 67 предприятиеһы «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» программаһы наградаларын алды

Иҡтисад

Башҡортостан «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» программаһының алтын дипломына лайыҡ булды. Республика предприятиелары бына инде ун дүрт йыл дауамында сифат буйынса бәйгеләрҙә ҡатнаша. Мәскәүҙә иң яҡшы төбәк комиссияларын наградлау тантанаһы үтте. 2011 йыл конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың 67 предприятиеһы лауреат һәм дипломант булды.

Төбәк комиссиялары кәңәшмәһендә белгестәр 15-се «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» программаһы конкурсын ойоштороу хаҡында фекер алышты, тип хәбәр иттеләр «Башҡортостан Республикаһының Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификациялау үҙәге» федераль бюджет учреждениеһының матбуғат хеҙмәтенән. Уның төбәк этабы — «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» республика конкурсы – 1 февралдә старт ала. Унда ҡатнашыу өсөн заявкалар Башҡортостан Республикаһының Дәүләт төбәк стандартлаштырыу, метрология һәм сертификациялау үҙәгендә ҡабул ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть