5 декабрь, Дүшәмбе

27 ғинуар 2012 йыл, 11:00

Президент Рөстәм Хәмитов М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары менән осрашты

автор: Эльмира Сабирова | фото: Динар Кәлимуллин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 26 ғинуарҙа ошо көндәрҙә үҙенең юбилейын билдәләгән М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары менән осрашты.

— Һеҙҙең менән был абруйлы юғары уҡыу йортонда осрашыуыма бик шатмын, барығыҙҙы ла юбилей датаһы менән ҡотлайым. 45 – ул матур, шул уҡ ваҡытта етди һан. Бынан тыш кисә билдәле Татьяна көнө — студенттар байрамы булды. Беҙ студент булғанда бындай байрам барлығы хаҡында белмәнек, һәм уны билдәләмәнек. Ысын күңелдән һеҙҙе байрамығыҙ менән ҡотлайым, — тине Рөстәм Хәмитов, студенттарға мөрәжәғәт итеп.

Үҙенең сығышында Президент студенттарҙы төбәктең алдағы йылдарға үҫеш перспективалары менән таныштырҙы. Бынан алда Рөстәм Хәмитов үҙенең карьераһының нисек башланып китеүе тураһында һөйләне.

— Мине Президент итеп тәғәйенләү хеҙмәт биографиямдың иң бейек нөктәһелер, моғайын. Хеҙмәт биографиям ғәҙәти башланды. Совет осорондағы юғары уҡыу йорто – Бауман исемендәге Мәскәү юғары техник училищеһын тамамланым, унда биш йыл ярым белем алдым. Ул ваҡытта беҙҙә мәғариф системаһы бик ҡаты ине. Төркөмгә 28 кеше уҡырға индек, 14 кеше тамамланыҡ, — тине Рөстәм Хәмитов. – Уҡыуҙы тамамлағас, ике йыл моторҙар эшләү ойошмаһында мастер булып эшләнем, бынан һуң Өфө авиация институтына (әлеге ӨДАТУ) күсеп, инженер, аҙаҡ кесе, өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләнем, аспирантура тамамланым, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланым. Бынан һуң авиация институтында булдырылған ғилми йүнәлеште етәкләнем.  

Рөстәм Хәмитов унда 1990 йылға тиклем эшләүе хаҡында һөйләне. Аҙаҡ ул үҙгәртеп ҡороу процестарынан һуң иғлан ителгән һайлауҙа еңеп сыға. Башҡортостандың Юғары Советы депутаты була, бынан тыш тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғәт ресурстарын һөҙөмтәле файҙаланыу комиссияһын етәкләй. Нәҡ Рөстәм Хәмитов республикала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығын булдырырға тәҡдим итеп, уның тәүге министры була.

Бөгөнгө көн тураһында һүҙ йөрөтөп, «республиканың 25-се, 30-сы, ә бәлки 50-се йылдарҙа ниндәй хәлдә булыуы эшмәкәрлегебеҙҙе алдағы өс, биш, ун йылға нисек планлаштырыуыбыҙҙан тора», тип билдәләне Президент.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, яңы кешеләр, яңы белем, эшҡә ҡарата икенсе ҡараш, икенсе идара итеү системаһын талап иткән яңырыу юлы кәрәк.

— Әле үк идара итеү системаһын емерергә, унлаған, йөҙләгән белгесте урамға сығарырға хоҡуғым юҡ, — тип билдәләне төбәк башлығы. – Бында эҙмә-эҙлеклелек, ваҡыт кәрәк.

Президент билдәләүенсә, әлегә кадрҙар потенциалын формалаштырыу төп бурыс булып тора. Был эш башҡарыла.  

— Власть органдары хеҙмәткәренә халыҡ менән эшләй белеү зарур. Кешеләр уға ышанырға тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Халыҡ менән эшләмәйенсә тороп, бер ни ҙә башҡарып булмай тиерлек.

Лекциянан һуң республика башлығы студенттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Улар, атап әйткәндә, уҡытыусылар абруйын күтәреү буйынса саралар күреүгә, йәш белгестәрҙе эшкә урынлаштырыуға, спорт залдарын төҙөүгә, коррекцион мәктәп-интернаттарҙа эшләүсе тәрбиәселәргә һәм педагогтарға хеҙмәт хаҡын арттырыуға ҡағылды. Шулай уҡ студенттар төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн үҙҙәренең ижади потенциалын, яңы идеяларын ҡулланыуҙы тәҡдим итте.