6 декабрь, Шишәмбе

26 ғинуар 2012 йыл, 17:40

Төбәктең Үҙәк һайлау комиссияһы йәштәрҙе һайлау тематикаһы буйынса викторинала ҡатнашырға саҡыра

автор: Мәүлиҙә Яҡупова, Марина Шумилова

Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы һайлау хоҡуғы һәм процесы һорауҙары буйынса викторина тураһында иғлан итә. Ул Рәсәй Президентын һәм урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайлауға бағышлана. Сараны үткәреүҙә өс республика баҫмаһы — «Йәшлек», «Молодежная газета», «Өмет» ҡатнаша, викторина һорауҙары тап ошо баҫмаларҙа урынлаштырыласаҡ.

Һорауҙар өс өлөштән тора: «Һайлау хоҡуғы һәм процесы», «Мәсьәлә сисеү», «Һайлау алды программам». Викторина 26 ғинуарҙан 23 февралгә тиклем үткәрелә, 27 февралгә йомғаҡ яһау планлаштырыла.

Викторинала ҡатнашыусылар яуаптарҙы һәм тултырылған анкеталарҙы «Викторина 2012» билдәһе менән Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комисияһына 450008, Өфө ҡалаһы, З.Вәлиди урамы, 46 адресы буйынса 2012 йылдың 17 февраленән дә ҡалмай йәки viktorina_cikrb.ru@mail.ru электрон почтаһына ағымдағы йылдың 23 февраленә тиклем ебәрергә тейеш.

2011 йылдың Дума һайлауҙары алдынан үткәрелгән тәүге бындай викторина йәштәр араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡайны. Бындай конкурстар йәш һайлаусыларҙың хоҡуҡи мәҙәниәтен арттырыуға, уларҙа әүҙем гражданлыҡ позицияһын формалаштырыуға булышлыҡ итә, тип иҫәпләй бәйгене ойоштороусылар.