Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Саҡмағош һәм Стәрлетамаҡ райондары һауым буйынса алдынғылыҡты бирмәй

Иҡтисад

Саҡмағош һәм Стәрлетамаҡ районы малсылары һауым буйынса тағы алдынғы урында. БР Ауыл хужалығы министрлығының оператив мәғлүмәттәренә ярашлы, йыл башынан алып был райондарҙа ике мең тоннанан ашыу һөт һауылған.  

Шулай итеп, Саҡмағош районында тулайым һауым – 2288 тонна, Стәрлетамаҡ районында 2165 тонна тәшкил иткән. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда саҡмағоштар малҡайҙарҙан – 275 тоннаға, стәрлеләр 166 тоннаға күберәк һөт һауған.

Йыл башынан алып Саҡмағош районындағы ауыл хужалығы предприятиелары буйынса бер һыйырҙан 321 кг һөт һауылған, был күрһәткес 40 килограмға артҡан, Стәрлетамаҡ районында – 264 кг (+17 кг). Саҡмағош районы тәүлек эсендәге һауым буйынса республикала алдынғы урында, бында һәр һыйырҙан 13,7 кг һөт һауыла, Стәрлетамаҡ районында иһә – 12 кг.

Ауырғазы (10,6 кг), Дүртөйлө (11,5 кг), Ҡырмыҫҡалы (11 кг), Күгәрсен (11,6 кг), Мәләүез (10,7 кг), Тәтешле (11,3 кг), Өфө райондарында (11,4 кг) тәүлегенә 10 килограмдан ашыу һөт һауыла, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығының матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть