Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаттары Йәштәр палатаһы эшмәкәрлеге регламентын камиллаштыра

Сәйәсәт

Башҡортостан парламентарийҙары бөгөн үҙҙәренең пленар ултырышында «Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы тураһындағы Положениеға үҙгәреш индереү хаҡында»ғы ҡарарын ҡабул итте. Ул төбәктәге Дәүләт Йыйылышының Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты менән тәҡдим ителде.

— Республиканың Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы эшмәкәрлеге процесында килеп тыуған һорауҙар Палата тураһындағы Положениеның айырым пункттарын камиллаштырырға мәжбүр итте, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Самойленко. – Йәштәр палатаһы регламентына үҙгәрештәр индерелде, уларға ярашлы Палата ағзалары Йәштәр палатаһы комиссиялары ултырыштарында мотлаҡ ҡатнашырға тейеш. Әгәр кеше кисерерлек сәбәптәрһеҙ ике тапҡыр бындай ултырышҡа килмәһә, уның Палата составынан сығарылыуы ла ихтимал.

Шулай уҡ Положениеның айырым пункттарына йәш буйынса сикләүгә бәйле үҙгәрештәр индерелде. Николай Самойленко һүҙҙәре буйынса, был төҙәтеүҙәр Палата составын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү өсөн кәрәк булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть