8 декабрь, Кесе йома

26 ғинуар 2012 йыл, 16:21

Федераль бюджет Өфө приборҙар эшләү берекмәһен техник яҡтан ҡайтанан ҡоралландырыуға ярҙам итәсәк

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостандағы оборона-сәнәғәт комплексы предприятиеларының производствоһын модернизациялау дауам итә. Оборона предприятиеларына дәүләт ярҙамы сиктәрендә Рәсәй Хөкүмәте менән Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенә 300 млн һум күләмендә субсидия бүленгән.  

Предприятиены реконструкциялауға һәм техник яҡтан ҡайтанан ҡоралландырыуға 125 млн һум тотонолған. Һөҙөмтәлә алты цех өсөн 42 дана ҡорамал һатып алынған. Бынан тыш, иҫке йыһаздарҙы яңыртыуға үҙенең средстволары иҫәбенә һигеҙ цехҡа 27 ҡорамал һатып алынған.

Өр-яңы ҡорамалдар һатып алыу берекмәлә яңы прогрессив технологиялар индереүгә, шул иҫәптән деталдәрҙе юғары теүәллек менән механик эшкәртеү, тәрән булмаған монтаж, бишенсе класлы пластиналар эшләү, металдарҙы лазер менән ҡырҡыу технологияларын индереүгә булышлыҡ итәсәк.

Производствоны техник яҡтан камиллаштырыу эштәре быйыл да дауам ителәсәк. Федераль бюджеттан 65 млн һум күләмендә аҡса күсеүе көтөлә, улар, атап әйткәндә, механик эшкәртеү производствоһын модеризациялау программаһын тамамлауға йүнәлтеләсәк, тип хәбәр иттеләр предприятиела.