9 декабрь, Йома

26 ғинуар 2012 йыл, 15:36

Өфө шағиры Николай Граховҡа Степан Злобин исемендәге премия бирелде

автор: Любовь Колоколова | фото: Любовь Колоколова

Өфө шағиры Николай Грахов Степан Злобин исемендәге республика әҙәби премияһына лайыҡ булды. Премия тапшырыу тантанаһы көн элгәре Башҡортостандың Яҙыусылар союзында үтте.

Степан Злобин исемендәге премия 1996 йылда булдырылған. Ул әҙәби йәһәттән крайҙы өйрәнеү өлкәһендәге профессионализм һәм ҡаҙаныштар өсөн йыл һайын бирелә. Премия булдырылғандан алып 15 кеше уның лауреаты булды. Злобин исемендәге премияның беренсе лауреаты – билдәле әҙәбиәт белгесе, яҙыусы-крайҙы өйрәнеүсе Морат Рәхимҡолов.

Николай Грахов күп йылдар дауамында «Бельские просторы» журналының шиғриәт бүлеге мөхәррире булып эшләй. Ул билдәле лирик шағир, балалар шағиры, тәржемәсе. Грахов йәмғеһе 12 китап авторы, уларҙың бишәүһе – башҡорт теленән тәржемә ителгән шиғырҙар йыйынтығы. Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы балалар әҙәбиәте секцияһын етәкләй.

Степан Злобин премияһы – Николай Граховтың өсөнсө әҙәби наградаһы. Ул шулай уҡ Фәтих Кәрим исемендәге республика премияһына, балаларға тәғәйенләнгән китаптары өсөн Алексей Толстой исемендәге халыҡ-ара премияһына эйә.

Лауреатҡа награданы Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының Рус яҙыусылары берләшмәһе етәксеһе, «Бельские просторы» журналының баш мөхәррире Юрий Горюхин тапшырҙы.