3 декабрь, Шәмбе

26 ғинуар 2012 йыл, 15:06

Константин Толкачев: «Башҡортостандың ғәмәлдәге закондары төбәгебеҙ тотороҡлоғона булышлыҡ итә»

автор: Людмила Терновая | фото: Андрей Старостин

Бөгөн республика парламенты спикеры Константин Толкачев Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында «2011 йылда Башҡортостан Республикаһы ҡануниәте торошо тураһында» доклады менән сығыш яһаны.

— Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай эшмәкәрлеге 2011 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты Мөрәжәғәтнамәләренә бәйле бурыстар, республикала Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы сиктәрендә үткәрелгән саралар менән билдәләнде, — тине Константин Толкачев. – Парламенттың республика ҡануниәтен камиллаштырыу буйынса стратегиҡ маҡсаттары, нигеҙҙә, үтәлде. Башҡортостандың ғәмәлдәге закондары төбәктең тотороҡлоғона, социаль һәм иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итеүсе мөһим факторға әүерелә.

Төбәктең Дәүләт Йыйылышы рәйесе яҙғы сессияға пландар менән таныштырҙы, закондар сығарыу эшмәкәрлеге яҙғы сессия осоронда Рәсәй Федерацияһы Президентын һәм Өфө ҡала Советына, тәбәктең район һәм ҡала Советтарына  депутаттар һайлауға бәйле буласаҡ, тип билдәләне. Константин Толкачев фекеренсә, быны парламентарийҙар эшмәкәрлегендә иҫәпкә алыу зарур.