7 декабрь, Шаршамбы

26 ғинуар 2012 йыл, 14:24

Нефтекама ҡала Советының 26 мандаты өсөн 115 кандидат көрәшә

автор: Марина Шумилова

Нефтекама – 4 мартта ҡала Советына һайлауҙар үтәсәк Башҡортостандағы һигеҙ ҡала округының береһе. Бында 26 депутат мандаты таратыласаҡ. «Башинформ» агентлығына территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Дилүс Фәрүәзовтың хәбәр итеүенсә, был мандаттарға теркәлеү үткән 115 кандидат дәғүә итә. Шулай итеп һәр депутат мандатына дүрттән ашыу кандидат тура килә.

Был юлы ҡала Советына һайлауҙар ҡатнаш — мажоритар һәм пропорциональ – система буйынса үтәсәк. 13 мандат – бер мандатлы округтар буйынса, 13-ө партия исемлектәре буйынса таратыласаҡ. Берҙәм һайлау округы буйынса(партия исемлектәре буйынса) муниципаль һайлауҙарға парламент партиялары менән дөйөм алғанда 58 кандидат күрһәтелгән: «Берҙәм Рәсәй»ҙән — 16, Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһынан — 13, Рәсәйҙең Либераль-демократик партияһынан – 16, «Ғәҙел Рәсәй»ҙән — 13 кандидат. Бер мандатлы округтар буйынса 57 кандидат һайлауҙа ҡатнаша, уларҙың 22-һе — үҙҙәрен үҙҙәре күрһәтеүселәр, ҡалғандары – өс сәйәси партия вәкилдәре: «Берҙәм Рәсәй»(13), Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы(9) һәм «Ғәҙел Рәсәй»(13).

4 мартта ҡалала 49 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Уларҙың 45-е  – Нефтекамала, дүртәүһе – ҡала янындағы ауылдарҙа: икәүһе – Әмзәлә, тағы береһе – Энергетикта, йәнә берәүһе Ташҡын ауылында урынлашҡан.

темалар: һайлау