2 декабрь, Йома

26 ғинуар 2012 йыл, 14:25

Рәсәйҙең иң яҡшы лоббистары исемлегендә Башҡортостан Президенты рейтингыһы 0,4 балға күтәрелде

автор: "Башинформ"

Рәсәйҙең иң яҡшы ун лоббисы – төбәк лидеры исемлегендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов рейтингыһы ышаныслы күтәрелә бара. Был хаҡта «Независимая газета» заказы буйынса иҡтисади яңылыҡтар агентлығы үткәргән 2011 йылдың декабренә ҡарата тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрендә әйтелә, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

Төбәк башлыҡтары исемлегендә «Ғәйәт ҙур һөҙөмтәлелек» номинацияһында Рөстәм Хәмитов етенсе урын биләй. 2011 йылдың ноябрендә Башҡортостан Президенты рейтингыһы 4,06 балл менән баһаланһа, декабрҙә был күрһәткес артып, 4,10 балл тәшкил итте.

«Ғәйәт ҙур һөҙөмтәлелек» номинацияһында иң яҡшы өс лоббист – төбәк лидеры исемлеген Мәскәү мэры Сергей Собянин етәкләй. Артабан Георгий Полтавченко (Санкт-Петербург) һәм Александр Ткачев (Краснодар крайы) килә.

2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Ғәйәт ҙур һөҙөмтәлелек» номинацияһында ил төбәктәре лидерҙары араһында 9 урын яулағайны.

Рәсәйҙең иң яҡшы лоббистары – төбәк лидерҙары рейтингылары буйынса тикшеренеүҙәр «Независимая газета» сайтында (http://www.ng.ru/ideas/2012-01-25/5_lobbi.html) урынлаштырылған.