7 декабрь, Шаршамбы

26 ғинуар 2012 йыл, 13:49

Рөстәм Хәмитов банкирҙарҙы эшҡыуарҙарға күберәк ярҙам итергә саҡырҙы

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙе дәүләт әһәмиәтендәге бурыс тип атаны. Был турала ул Өфөлә үткән республикалағы банк секторының 2011 йылдағы эшмәкәрлеге йомғаҡтарына арналған кәңәшмәлә белдерҙе.  

— Эшҡыуарлыҡты кредит ойошмаларының ярҙамынан тыш күтәреп булмауы аңлашыла, — тип билдәләне Президент.

Төбәк башлығы билдәләүенсә, йыл һайын банктар үҙенең продукттарын ошо сегментҡа күберәк йүнәлтә бара, әммә республикаға алдынғы төбәктәргә етергә йыраҡ әле.

— Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү динамикаһында, иң мөһиме, иҡтисади, финанс күрһәткестәр буйынса беҙ Рәсәйҙә лидерҙар түгел, — тине Рөстәм Хәмитов. — Рәсәй Федерацияһының иң эре ун төбәге араһында һуңғыһы булып киләбеҙ, тип кенә әйтергә мөмкин, шул уҡ ваҡытта күршеләребеҙ — иң элек Свердловск, Силәбе өлкәһе, Татарстан — бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү өкәһендә әүҙемерәк эшләй. Түбәнге Новгород, Һамар өлкәләре лә алдынғы урындарға әүҙем күтәрелә. Ә беҙҙең Башҡортостан Республикаһындағы бәләкәй бизнесты үҫтереүгә бәйле ваҡиғалар арҡаһында артта һөйрәлгебеҙ килмәй.

Атап әйкәндә, БР Президенты банкирҙар алдында гарантия фонды мөмкинлектәрен файҙаланыу буйынса эштәрҙе әүҙемләштереү бурысын ҡуйҙы.  Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары кредит алғанда яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыусыны эҙләмәй, гарантия фонды ярҙамынан файҙалана. Былтыр иһә республика Хөкүмәте бизнесмендарға гарантия фонды ярҙамын алыу механизмын да ябайлаштырҙы.

— Беҙ тағы бер йыйылып, был теманы тикшерербеҙ, уны ысын мәғәнәһендә алға ебәрәсәкбеҙ, — тип ышандырҙы Рөстәм Хәмитов. — Был эште банк берләшмәһенән тыш эшләп булмаясаҡ, әлбиттә.

БР Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәновтың әйтеүенсә, 2011 йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына бирелгән кредиттарҙың сағыштырма күләме 10 проценттан артҡан. Маҡсатлы ориентир үтәлгән, әммә Рәсәй буйынса 17 проценттан күберәк булған уртаса күрһәткес менән сағыштырғанда был һан әле ҡәнәғәтләнерлек түгел, тип билдәләне Милли банк етәксеһе.