3 декабрь, Шәмбе

26 ғинуар 2012 йыл, 13:09

Башҡортостанда сит ил эшсе көстәренә заявкалар ҡабул ителә

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығы ағымдағы йылдың 30 апреленә тиклем 2013 йылда сит ил эшсе көстәрен йәлеп итергә теләгән эш биреүселәрҙән заявкалар ҡабул итә. Бынан тыш, әлеге ваҡытта эш биреүселәрҙән 2012 йылға билдәләнгән сит ил эшсе көстәрен йәлеп итеүгә ихтыяжды аныҡлау өсөн дә ғаризалар ҡабул ителә.

Республиканың Халыҡ мәшғүллеге идаралығында билдәләүҙәренсә, эш биреүселәр сит ил эшсе көстәренә булған ихтыяж тураһында тәүҙә, www.migrakvota.gov.ru сайты аша үтеп, «Миграция квоталары» автоматлаштырылған мәғлүмәт комплексы системаһында үҙ аллы заявка тултырырға тейеш.

Артабан етәксенең ҡултамғаһы һәм ойошма мисәте менән раҫланған, ҡағыҙға баҫылған ике экземплярҙағы ғаризаны («Миграквота» автоматлаштырылған мәғлүмәт комплексы системаһынан сығарылған) эш биреүсе 450059, Өфө, Б.Гражданская урамы, 24, 5-се кабинет адресы буйынса Башҡортостандың Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығына тапшыра. Белешмәләр өсөн телефон: (347)282-46-33.