7 декабрь, Шаршамбы

26 ғинуар 2012 йыл, 12:45

Стәрлетамаҡта ҡала Советы депутаты мандатына өсәр-дүртәр кандидат дәғүә итә

автор: Марина Шумилова

4 мартта Стәрлетамаҡта Рәсәй Президенты һайлауҙары менән бергә ҡала Советына ла һайлауҙар үтәсәк. Һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр ҡала Советы депутаттары ҡатнаш система буйынса һайланасаҡ: 12-һе – бер мандатлы округтар буйынса, 13-ө – партия исемлектәре буйынса, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Сергей Щипакин.

Дөйөм ағанда Стәрлетамаҡ ҡала Советының 25 мандатына 95 теркәлгән кандидат дәғүә итә, уларҙың 42-һе һайлауға – бер мандатлы округ буйынса, 53-ө партия исемлектәре буйынса килә. Һайлау марафонында парламентта күрһәтелгән бөтә партиялар ҙа ҡатнаша. «Берҙәм Рәсәй» партияһы исемлеге буйынса – 16 кандидат, Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһынан — 10, Рәсәйҙең Либераль-демократик партияһынан – 15, «Ғәҙел Рәсәй»ҙән 12 кандидат депутатлыҡҡа һайлана.

Әле ҡалала участка һайлау комиссиялары төҙөлә. 4 мартта Стәрлетамаҡта 111 һайлау участкаһында тауыш биреү үтәсәк. Дума һайлауҙарындағы кеүек үк, уларҙың икәүһе махсуслашҡан буласаҡ. Күреү һәләте буйынса инвалидтар (улар ҡалала 400-ҙән ашыу) компактлы йәшәгән биҫтәләрҙең береһендә махсус һайлау участкаһы асыласаҡ. Икенсе махсус участкала теркәлеү үтмәгән (аныҡ йәшәү урыны булмаған) граждандар тауыш бирә аласаҡ.  

темалар: һайлау