Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Бөгөнгө көндә 47 мең кеше хеҙмәт ветераны исемен алырға теләй

Йәмғиәт

«Оҙайлы эш стажына эйә хеҙмәт ветераны» исемен алыу өсөн республиканың социаль яҡлау органдарына бөгөнгө көндә Башҡортостандың  47 мең кешеһе мөрәжәғәт иткән, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Эльмира Кожаева.  

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2012 йылдың 1 ғинуарында «Оҙайлы эш стажына эйә хеҙмәт ветераны» исемен биреү өлөшөндә «Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы көстәр ветерандары тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законы үҙ көсөнә инде. Пенсия йәшенә (ир-егеттәр — 60 йәшкә, ҡатын-ҡыҙҙар — 55 йәшкә) етеп, хеҙмәт стажы 40 һәм 35 йылға тулһа, «Оҙайлы эш стажына эйә хеҙмәт ветераны» исемен алыу өсөн йәшәү урыны буйынса Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығына мөрәжәғәт итергә мөмкин.  

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы был мәсьәлә буйынса килеп тыуған хәлдәргә мониторинг үткәрә.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть