Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

2011 йылда балаларҙың «Компас» ышаныс телефонына 13 мең кеше шылтыратҡан

Йәмғиәт

Былтыр Республика балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют нигеҙендә ойошторолған балалар өсөн «Компас» ышаныс телефонына 13 меңдән ашыу шылтыратыу булған. Мөрәжәғәттәрҙең туғыҙ меңдән ашыуы, йәғни барлыҡ шылтыратыуҙарҙың 70 проценты самаһы балалар һәм үҫмерҙәргә тура килә. Ҡалғандары ололарҙан килгән, тип хәбәр иттеләр БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.  

Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют директоры Илүсә Иҙрисованың әйтеүенсә, мөрәжәғәттәрҙең өстән бере тиҫтерҙәре менән мөнәсәбәттәргә, беренсе мөхәббәт хистәренә, ҡаршы енес вәкилдәре менән аралашыуҙағы ауырлыҡтарға ҡағыла.

«Компас» ышаныс телефонына — 246-12-12 һандарына шылтыратҡан балаларҙың ике проценты ауыр кризис хәлендә булған. Уларҙың яртыһынан ашыуы, теүәлерәк әйткәндә 90-ға яҡын кеше, эргә-тирәһендәгеләр тарафынан көс ҡулланыуға зарланған.  

Алты осраҡта шылтыратыусыларҙың үтенесе буйынса тейешле ярҙам, шул иҫәптән опека һәм попечителлек органдарының ярҙамы ойошторолған.  

Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, ышаныс телефонына шылтыратҡандарҙың барыһы ла психологик ярҙам һәм белгестәр ҡатнашлығында проблемаларын хәл итеү мөмкинлеге алған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть