8 декабрь, Кесе йома

26 ғинуар 2012 йыл, 10:05

Өфөлә Башҡортостан парламентының 47-се ултырышы үтә

автор: Людмила Терновая | фото: Андрей Старостин

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының 47-се ултырышы үтә.

Тикшереү өсөн республиканың 25-кә яҡын закон проекты көн тәртибенә индерелгән. Уларҙың күбеһен федераль ҡануниәткә ярашлы хәлгә килтерергә кәрәк.

Унға яҡын документ өсөнсө уҡыуҙа ҡарауға тәҡдим ителә. Улар араһында — «Норматив хоҡуҡи акттар тураһында», «Йәнлектәр донъяһы тураһында» һәм «Башҡортостан Республикаһында ерләү һәм ерләү эштәре тураһында»ғы БР Закондарына төҙәтмәләр.

Ундан ашыу закон проектын Дәүләт Йыйылышы депутаттары беренсе уҡыуҙа ҡараясаҡ. Закон сығарыусылар Башҡортостандың Экология кодексына, шулай уҡ етем балаларға бушлай хоҡуҡи ярҙам алыуға хоҡуҡ бирәсәк законға төҙәтмәләр индерергә ниәтләй.

Бынан тыш парламентарийҙар Йәштәр йәмәғәт палатаһы Положениеһына үҙгәрештәр индерергә планлаштыра. Улар палата ағзаларының йәш цензына ҡағыла.

Дәүләт Йыйылышы ултырышында йәнә «2011 йылда Башҡортостан закондарының торошо тураһында»ғы доклад тәҡдим ителәсәк. Шулай уҡ депутаттарға республиканың дүрт суд участкаһының мировой судьяларын һайларға тура киләсәк.