7 декабрь, Шаршамбы

26 ғинуар 2012 йыл, 11:11

Башҡортостанда теркәүҙән төшөрөү таныҡлыҡтары бирелә башланы

автор: Мәүлиҙә Яҡупова

18 ғинуарҙан Башҡортостандың территориаль һайлау комиссияларында 4 марттағы һайлауҙарҙа тауыш биреү өсөн теркәүҙән төшөрөү таныҡлыҡтары бирелә башланы. Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһына Рәсәй Федерацияһы Президенты һайлауҙарында тауыш биреү өсөн РФ Үҙәк һайлау комиссияһында эшләнгән 70 мең таныҡлыҡ килгән.  

Һайлау көнөндә тауыш биреү өсөн үҙенең һайлау участкаһына килә алмаған һайлаусы теркәүҙән төшөрөү таныҡлығы алыуға хоҡуҡлы. Бындай таныҡлыҡты 18 ғинуарҙан 12 февралгә тиклем – территориаль һайлау комиссияһында, 13 февралдән 3 мартҡа тиклем участка һайлау комиссияларында алырға мөмкин.

Рәсәй Президенты һайлауҙарында тауыш биреү өсөн тәғәйенләнгән теркәүҙән төшөрөү таныҡлығы ике өлөштән – таныҡлыҡтан һәм йыртма талондан тора. Был Рәсәй Президенты һайлауҙарының мажоритар система буйынса үтеүенә бәйле – кандидатҡа президентлыҡҡа үтер өсөн һайлаусылар тауышының яртыһынан күберәген йыйырға кәрәк. Әгәр дөйөм һайлауҙар буйынса бер кандидат та Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһына үтмәһә, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы иң күп тауыш йыйған теркәлгән ике кандидат буйынса ҡабаттан тауыш биреүҙе билдәләй.

Һайлау көнөндә — 4 мартта — һайлаусы паспорт һәм теркәүҙән төшөрөү таныҡлығы күрһәткән ваҡытта — таныҡлыҡтың йыртма талонын, ә ҡабаттан тауыш биргән көндә таныҡлыҡтың үҙен тапшырырға тейеш. Теркәүҙән төшөрөү таныҡлығын ике тапҡыр биреүгә юл ҡуйылмай, юғалтҡан осраҡта уның дубликаты ла бирелмәй.

темалар: һайлау