6 декабрь, Шишәмбе

26 ғинуар 2012 йыл, 10:09

Башҡортостан архитекторҙары үҙҙәренең «Оскар»ын аласаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Төбәктә «Архитектура Оскары» премияһына дәғүә итеүселәр араһында конкурс иғлан ителде. Башҡортостан төҙөүселәренең республика фәнни-техник йәмғиәте, төбәктең Архитекторҙар союзы, республиканың муниципаль берәмектәре хакимиәттәре һәм «ТехноНИКОЛЬ» корпорацияһы ҡатнашлығында бәйгене Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты үткәрә.

Конкурста заказсылар, төҙөлөш һәм проект ойошмалары, шулай уҡ архитектура уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша ала. Һәр ҡатнашыусы бер юлы ете номинацияға эштәрен тәҡдим итә ала. Эштәр һаны сикләнмәй.

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурсҡа торлаҡ, производство һәм склад биналары проекттарын, айырым бер территориялағы төҙөлөш проекттарын, шулай уҡ республика биләмәһендәге төрлө тәғәйенләнештәге йәмәғәт объекттарын тәҡдим итергә була. Бәйгелә 2010 йылдың мартынан 2012 йылдың мартына тиклем ғәмәлләштерелгән проекттар иҫәпкә алына.

Проектты премияға тәҡдим итеү өсөн эштәрҙе электрон төрҙә CD-RW дискыһында Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына 10 марттан да ҡалмай ебәреү талап ителә. Номинация лауреаттарын конкурс комиссияһы билдәләй.

Һәр еңеүсегә лауреат исеме биреләсәк һәм иҫтәлекле статуэтка, диплом, ҡиммәтле приз йәки аҡсалата премия тапшырыласаҡ.